Главная | Регистрация | ВходСб, 27.07.2024, 12:28

МАОУ Лицей 96

Версия для слабовидящих
Решаем вместе
Есть предложения по организации учебного процесса или знаете, как сделать школу лучше?
Меню сайта
Электронный дневник
Полезные телефоны
Большая перемена

Творчество учеников

Айырым даръя яҙмышы юҡ,

Айырым ил яҙмышы юҡ,

Айырым тел яҙмышы юҡ –

Барыһы бер еп менән бәйләнгән.

( Р. Бикбаев)

Ҡәҙерле башҡорт халҡы, делегаттар, ватандаштар!

      Башҡорттар  элек-электән  халыҡ-ара  проблемаларҙы  йыйындарҙа хәл  иткән.  Башҡортостанда  был традиция  әлегә  тиклем һаҡланып килә. Быйыл  дүртенсе  тапҡыр Ҡоролтай уҙғарыла. Был  Ҡоролтайҙа  күп кенә  проблемалар  хәл  ителергә  тейеш. Мин  дә  ситтә  ҡалмай, үҙемдең  тәҡдимдәрҙе, әйтер һүҙҙәремде еткергем килә, төрлө проблемаларҙы күтәргем килә.

1. Мине борсоған төп проблемаларҙың береһе – йәштәр. Йәштәргә эш табыуы  йылдан-йыл  ауырлаша, йәшәргә урын юҡ.  Мәктәпте  тамамлағас, беҙҙе  нимә көтөр? Мин үҙемдең һәм киләсәк быуындың тормошо өсөн борсолам. Йәштәр өсөн күберәк төрлө программалар  сыҡһа  һәйбәт булыр ине.

2. Алкоголизм, наркомания бик көслө.Әлбиттә, был  проблема  менән көрәшәләр, әммә етәрлек кимәлдә түгел. Был проблеманы тамыры менән юҡҡа сығарырға кәрәк.

3. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух. Мин спорт яҡлы.Һәр мәктәптә бассейндар төҙөргә кәрәк тигән тәҡдим индергем килә. Һәм, әлбиттә, балалар өсөн спорт мәктәптәре  күберәк төҙөлһә яҡшы булыр ине.

4. Беҙҙең республикала  төрлө  милләт халҡы йәшәй : башҡорттар, рустар, татарҙар, сыуаштар, украиндар һ. б. Әммә нисек йәшәй? Дуҫмы?  Әлбиттә юҡ. Улар үҙ ара һуғышып, талашып та йәшәмәй, ләкин ҡан-ҡәрҙәштәр кеүек дуҫ та түгел. Минеңсә, Башҡортостан халҡын берләштерергә кәрәк.Ә ни өсөн бөтә милләт халыҡтарына традицияға әйләнеп китерлек байрамдар ойоштормаҫҡа? Башҡортостанда йәшәгән милләттәр тураһында телетапшырыу ойоштороп ебәрергә, милләттәр  дуҫлығын  пропагандалаусы  төрлө ойошмалар асып ебәрергә кәрәк , тип уйлайым.

5. Өфө  һуңғы  арала  тағы  ла  матурайҙы,  үҫте. Шулай ҙа, балаларға  ял  итеү  өсөн  паркттар тағы ла күберәк төҙөлһә ине.

6. Һөйҙөргән дә тел, көйҙөргән дә тел. Туған телде артабан да күтәрергә  кәрәк. Минеңсә, һәр бала үҙенең туған телендә һөйләшә белергә тейеш.

7. Экологик проблема, шулай уҡ, төп проблемаларҙың береһе булып тора. Мин ағастарҙы ҡырҡырға тыйыр инем. Ағастар ҡырҡыла икән , йылға- күлдәр, шишмәләр ҡорой. Ә һыуһыҙ нисек йәшәргә ? Шуға күрә, тәбиғәтте  һаҡлау өсөн  бөтә сараларҙы ла күрергә кәрәк.

Ҡоролтайҙа  ошо  проблемалар  ҡаралһа  һәм  киләсәктә  хәл ителһә,  мин бик  рәхмәтле  булыр  инем.

 

Тыуғанлыҡ көсө

(әкиәт)

  Борон – борон заманда ,йәшәгән  ти, Башҡортостан исемле ҡарт. Булған  ти  уның батырҙарҙан-батыр ике улы : Ирәндек һәм Шүлгән. Ә берҙән- бер ҡыҙы, Ағиҙеле, уның ҡыуанысы , донъяһына йәм биреүсе булған. Улар бик дуҫ һәм берҙәм булғандар. Ағалары  Ағиҙелде  күҙ  ҡараһындай  һаҡлағандар, иркәләткәндәр.

    Берҙән- бер көндө Ағиҙелде Яуыз хан күреп ҡала һәм ғашиҡ була. Ул нисек тә булһа һылыуҡайҙы урларға уйлай. Атаһы менән ағалары һунарҙа саҡта, уны үҙненң ялсылары менән урлап алып китә. Көндәр үтә, айҙар, йылдар... Ағиҙел ҡайғыһынан һарғая, көндәр буйы күҙ йәшен түгә. Илай-илай, ул һыуға әйләнеп, йылға булып ағып китә.

    Ағиҙелде ағалары  эҙләүен Яуыз хан белә һәм уларҙың үсенән ҡурҡа. Ул үҙенең сихырсыһын саҡырта һәм бойороҡ бирә:

  • Нисек кенә ашыҡһалар ҙа атлай алмаһындар – таш булып ҡатһындар! Ә Ағиҙелде кире һылыу ҡыҙға әйләндер!

Сихырсы ике ағайҙы ла тауға әйләндерә, ләкин Ағиҙелде генә кире ҡыҙға әйләндерә алмай. Тауға әйләнһәләр ҙә, улар Ағиҙелде һаҡлап, йәшереп алып ҡалалар.

   Башҡортостан ҡарт бик ҡайғыра, әммә һынмай, бирешмәй. Балалары тауға, йылғаға әйләнһә лә, уларҙы ярата. Улар матурлыҡта йәшәһен өсөн ағастар, сәскәләр ултырта. Был ерҙәр шул тиклем йәмләнә, матурлана.Төрлө яуыздар был ерҙе баҫып алмаҡ булалар, ләкин бейек тауҙар, сылтырап аҡҡан Ағиҙелкәй уларҙы үткәрмәй. Аталары балаларын , ә балалары аталарын әлегә тиклем һаҡлап , ихтирам  итеп йәшәйҙәр.

  96- сы лицейҙың  4 класс уҡыусыһы

  Исаченко Альбина

Етәксеһе  Хәбибуллина Ю. Р.

Портрет Мажита Гафури, ученик 6 класса Ильясов Р.

БГДТ им. Мажита Гафури(лепка,пластилин), ученица 6 класса Ахметгалиева А.

Год педагога и наставника
Инженерный класс
Телефон доверия
Электронная запись в первый класс
Всероссийская олимпиада школьников
Региональный центр обработки информации
Администрация городского округа
Союз машиностроителей России
ОДК УМПО

Copyright МАОУ Лицей №96 © 2024