Главная | Регистрация | ВходСб, 09.11.2024, 11:23

МАОУ Лицей 96

Версия для слабовидящих
Решаем вместе
Есть предложения по организации учебного процесса или знаете, как сделать школу лучше?
Меню сайта
Электронный дневник
Полезные телефоны
Большая перемена

Моё портфолио

Мин – уҡытыусы

( эссе )

Уҡытыусы!

                                                               Ниндәй гүзәл исем,

                                                                Кеше итеп һине әҙерләй.

    Башланғыс  класс  кабинеты. Уҡытыусы матур , яғымлы тауышы менән уҡыусыларға яңы тема аңлата. Уҡыусылар уҡытыусының берәй һүҙен ишетмәй ҡалмайым тигәндәй , күҙенә генә ҡарап ултыралар ... Ә парталар араһынан башын ғорур күтәреп 5 йәшлек бала йөрөй. Ҡапыл бер ҡыҙ бала “пырх” итеп көлөп ебәрҙе, уға был баланың уҡытыусы һымаҡ йөрөүе ҡыҙыҡ булып тойолдо. Әммә балаға был көлөү оҡшаманы: “ Һин нишләп минең әсәйемә дәрес үткәрергә ҡамасаулайһың ”,  - тип уҡыусыны балаларса әрләп ташланы... Эйе, уҫал да, ғорур ҙа был бала мин инем. Әсәйем, һирәк булһа ла, мине үҙе менән эшкә ала торғайны.   Шуға ла, бала саҡтан уҡ аңлағанмындыр инде уҡытыусы һөнәренең яуаплы ла , ауыр ҙа эш икәнен. Эй оҡшай торғайны үҙемде уҡытыусы ролендә хис итеү. Уҡытыусы һөнәрен һайлауым да әсәйемә булған һөйөү, ихтирамдан киләлер , тип уйлайым.

  Йылдар үтә тора.... 5 йәшлек ҡыҙ бала – үҙе уҡытыусы. Хәҙер ҙә мин әсәйемдең дәрестәренә, һирәк булһа ла, барғаным бар. Бала саҡтағы һымаҡ уҡыусыларҙы әрләр өсөн түгел, әлбиттә, ә тәжрибә алыр өсөн.

   Ә кем һуң ул – уҡытыусы?  Уҡытыусы – ғорур ҙа, матур ҙа, һоҡландырғыс та исем бит ул. Уҡытыусы һөнәре, әлбиттә, бик яуаплы, ҡатмарлы эш һәм был сферала тик үҙ эшенә ғашиҡ кешеләр генә эшләй алалыр, тип уйлайым. Уҡыусыға белем биреү, тәрбиәләү, уны яңы үрҙәргә үрләтеү уҡытыусыларҙың төп бурысылыр тип һанайым. Уҡытыусы балаларҙы аңлай ҙа, хистәрен тоя ла белергә тейеш.

  Бөгөн мин – уҡытыусы. Ғорурланам, шатланам. Тәжрибәм, әлбиттә, аҙ. Ләкин, бер нәмәгә ҡарамай, мин эшләйем, үҫәм, тырышам. Сөнки уҡытыусы юғары уҡыу йортонда алған белеменә генә таяна алмай, ул яңылыҡтарға ынтылырға тейеш. Замана үҙгәргән һайын, уның  талаптары ла үҙгәрә бит.

   Һайлаған һөнәремә бөтөнләй үкенмәйем. Эшемдән ҙур ҡыуаныс табып эшләйем. Үҙемдең эшемә, уҡыусыларым янына ашҡынып барам. Был һөнәргә һөйөү уятҡан әсәйемә, уҡытыусыларыма мең рәхмәтлемен. Мин дә уҡыусыларыма өлгө булырҙай уҡытыусы булып эшләргә тырышырмын. Ә уҡыусыларым , киләсәктә, хис шикһеҙ, ысын кеше булып үҫерҙәр.

Год педагога и наставника
Инженерный класс
Телефон доверия
Электронная запись в первый класс
Всероссийская олимпиада школьников
Региональный центр обработки информации
Администрация городского округа
Союз машиностроителей России
ОДК УМПО

Copyright МАОУ Лицей №96 © 2024