Главная | Регистрация | Вход | Пт, 29.09.2023, 14:23 |
МАОУ Лицей 96 | |
Приветствую Вас Гость |
|
Дидактические материалы8 класс өсөн контроль эш һорауҙары.
Баш ҡала – Ауыл – Урам – Матбуғат йорто –
Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы.Ул тау башында ултыра. Өфө эргәһендә Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғалары аға. Өфө – ҙур һәм матур ҡала. Унда һәйкәлдәр, парктар, театрҙар бар. Мәктәптәр күп.
Һүҙлек менән эш Бесәй балаһы. Бер көндө әсәйем матур ғына бесәй балаһы алып ҡайтты.Уның күҙҙәре йәп-йәшел, йөндәре мамыҡтай йоп-йомшаҡ, мыйығы ап-аҡ, ҡойроғо тимгел-тимгел. ------------------------------------------------------------------------------------------------------ Һүҙлек менән эш Көҙ килә. Күл өҫтөнә эйелгән талдар моңһоу ғына тын торалар.Һары япраҡтар, тәңкә-тәңкә булып, һыу өҫтөнә ризаһыҙ ғына барып төшәләр. Төшкән һайын, аҙыҡ эҙләп йөрөүсе балыҡтар уларға ташлана.Улар япраҡты тәмләп ҡарайҙар ҙа юҡ булалар. ------------------------------------------------------------------------------------------------------- Һүҙлек менән эш Талҡаҫ күле. Талҡаҫ күле ялтырап ята.Күл ситендәге ҡуйы ҡамыштар өҫтөндә өйрәктәр оса. Аҡсарлаҡтар күл уртаһында өйөрөлә.Улар һыуҙан өҫкә һикергән балыҡтарҙы аулайҙар. Ирәндектең мүкле ҡаяларына, ҡарт ҡарағастарына тейә яҙып, ҙур бөркөт әйләнә. ------------------------------------------------------------------------------------------------------- Һүҙлек менән эш Башҡортостан. Башҡортостан – үҙ аллы республика.Унда төрлө милләт халыҡтары дуҫ һәм татыу йәшәй. Башҡортостандың үҙ флагы бар. Флагтағы зәңгәр төҫ аяҙ күкте, тыныслыҡты белдерә. Аҡ төҫ – яҡты киләсәк билдәһе.Йәшел төҫ сафлыҡты, матурлыҡты аңлата. Йомаҡтарҙың яуабын тап 1-се төркөм өсөн
Һөйләй, өйрәтә үҙе. Телгә унан оҫта юҡ, Унан яҡын дуҫ та юҡ.
Бүркен йәшел тышлаған.
Уның тиреһе ете ҡат. Һуйырһың ,тунарһың, Тунағанда иларһың.
Исемен есеменән. Һоҡландыра бөтәһен дә Аҡтан аҡ төҫө менән. Йомаҡтарҙың яуабын тап 2-се төркөм өсөн.
Ҡарасы, ҡара: Алға барам , тип, Ул артҡа бара.
Ашҡа һалғанды - сәйгә һалмайҙар. Икеһе лә аҡ, үҙҙәре бик ваҡ, Йомаҡ яуабын тап әле уйлап.
Өҫтөнә кейгән туны. Кейем һайлау белеү ҙә Эт-ҡоштан һаҡлай уны.
Ҡыҫҡара бара. Ҡыҫҡарған һайын Оҫтара бара.
Ашайым тиһәң, ите юҡ, Һауам тиһәң, һөтө юҡ.
6 класс өсөн контроль эш һорауҙары
Ауыл, йоҡлай, йөрөй, юлсы, етте, һалҡын, көрән, көҙ, бала, уҡый, һикерҙе, уйнаны, йылға, туңды.
Ҡояш ( ни эшләй ?) Ҡоштар ( ни эшләй? ) Ҡар ( ни эшләй? ) Уҡыусылар ( ни эшләй?) Белешмә өсөн һүҙҙәр: ирей, йылыта, китәләр, оҙаттылар.
Матур – Бейек – Ҡара – Әсе – Һалҡын –
Матур – Яҡшы – Оҙон – Тырыш –
Аҡыллы бала, бейек ҡая, матур ҡыҙ, тәрән йылға, ҡыҙыл сәскә.
|
|
Copyright МАОУ Лицей №96 © 2023 |